-3 °С
Ҡар
- Яңы ғына һығылған сөгөлдөр һутын көнөнә ике тапҡыр ашар алдынан 100-150 грамм эсергә. Дауалау курсы 2-3 аҙна.
- Сөгөлдөр төнәтмәһен әҙерләү өсөн уны ваҡ терканан үткәрергә һәм өҫтөнә 1:10 пропорцияһында ҡайнаған һыу ҡойорға. 3-4 сәғәт ултырғас, һөҙөргә һәм ашағанға тиклем 20-30 минут алдан көнөнә өс тапҡыр стакандың дүрттән бер өлөшөн эсергә.
- Компресс өсөн һут. Сөгөлдөрҙөң һутын бал менән 1:1 итеп бутарға. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы сепрәккә һеңдереп, ауыртҡан быуынға көнөнә 1-2 тапҡыр 20-30 минутҡа һалырға.