Бөтә яңылыҡтар

Һуғанды көҙҙән сәсеп ҡалдырыу отошломо?

Һәр баҡсасының яҡшы уңыш алыуҙың үҙ серҙәре бар. Эре, ҡыш буйы яҡшы һаҡланыусан һуғанды үҫтереү өсөн дә күп кенә көс һалырға кәрәк. Күптәр ғәҙәт буйынса һуған сәсеүҙе яҙғыһын башҡарһа, көҙҙән сәсеүселәр ҙә бар.   Был темаға Буранғол ауылында йәшәүсе оҫта баҡсасы Зөлфиә Сабитова былай ти:

Һуғанды көҙҙән сәсеп ҡалдырыу отошломо?
Һуғанды көҙҙән сәсеп ҡалдырыу отошломо?

 

-Йыл һайын һуғанды иртә ҡар иреп, ер әҙерәк кибеү менән сәсә торғайныҡ. Ул йылдарҙа ла уңыш яҡшы булды. Ваҡытында ашлап, һуған себененә ҡаршы нашатырь спирты эретмәһе һибеп торһаң, уңыш шәп була. Һуғандың ябайын да, ҡыҙылын да сәсәбеҙ. Ә былтыр һуғанды көҙ сәсеп ҡарарға булдым. Сортын да ҡарап торманым, ниндәй орлоҡ һуғаны таптым, шуны сәстем. Түтәл әҙерләгәндә янған тиреҫ менән бергә серей башлаған тауыҡ тиҙәге лә һалдыҡ. Быйыл яуындар күп булғас, һуған түтәленә бер-ике тапҡыр ғына һыу һибергә тура килде. 

Әйткәндәй, Сабитовтар һуған һәм һарымһаҡты ҡаҙып алғандан һуң һабағы тулыһынса кибеп бөткәнсе еләҫ урында һалып торалар. Бының өсөн самалап 2-3 аҙна ваҡыт китә. Артабан һабаҡтарын ҡырҡып алып пластик йәки картон йәшниктәргә һалып ҡуйырға ғына ҡала.   

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: