Ылыҫ төнәтмәһе
Уны әҙерләү өсөн йәш ылыҫ кәрәк. Ҡарағай, шыршы, туя, артыш, йәйгеһен ҡарағас ылыҫын файҙаланырға мөмкин. Ылыҫты ваҡлап, бер литрлы банкаға тултырып, тулғансы араҡы йәки көмөшкә менән ҡоябыҙ. Ылыҫлы экстракт ҡараңғы урында бер ай торорға тейеш. Ваҡыт-ваҡыт, 2-3 көн һайын, процесс әүҙемерәк барһын өсөн, һелкетеп алабыҙ. Әҙер төнәтмәне һаҡлау ваҡыты сикһеҙ.
Уны орлоҡтарҙы ебетеү һәм стресс шарттарында (үҫентеләрҙе күсереп ултыртыу алдынан һәм ултыртылғандан һуң бер нисә көн үткәс, көн һыуытҡанда йәки эҫе булғанда) үҫемлектәрҙе тамырҙан тыш эшкәртеү өсөн үҫеш стимуляторы булараҡ ҡулланабыҙ. Шулай уҡ сәскә атҡан осорҙа, декоратив культураларҙың сәскә атыуын стимуллаштырыу өсөн емешкә төйнәлеүен яҡшыртыу өсөн фаҙалынрға мөмкин. 8 литр һыуға бер аш ҡалағы ылыҫлы спирт төнәтмәһе алына.
Һуған ҡабығы
Һуған ҡабығы төнәтмәһе магазиндарҙа һатылған үҫеш стимуляторҙарынан кәм түгел, шул уҡ ваҡытта бер тин дә тормай. Тик һуған ҡабығын ташламаҫҡа, ә айырым йыйып барырға ғына кәрәк. Төнәтмә әҙерләү өсөн һуған ҡабығын өҫтөнә эҫе һыу ҡойоп (50 грамға 1 литр), ҡараңғы урында 1-2 тәүлек төнәтергә кәрәк. Әҙер эретмәгә 1:2 нисбәтендә һыу өҫтәп, үҫемлектәрҙе тамырҙарын һуғарыу йәки япраҡтарына һибеү өсөн ҡулланалар. Һуған ҡабығы төнәтмәһен шунда уҡ ҡулланыу яҡшы, сөнки ул оҙаҡ һаҡланмай.