Күп кенә тәжрибәле баҡсасылар ҡиммәтле ашламаларға аҡса сарыф итмәй – улар өйҙә йәки яҡындағы магазинда еңел табыла торған ябай, әммә һөҙөмтәле саралар ҡуллана. Шундай серҙәрҙең береһе – томат ултыртыу алдынан соҡорға ашлама һалыу. Уның ярҙамында емеш ҙур, һутлы булып үҫә һәм ауырымай.
Соҡорға нимә һалырға кәрәк?
Өс һыналған вариант бар, уларҙың һәр береһе теплица өсөн дә, асыҡ грунт өсөн дә яраҡлы:
– 1 аш ҡалағы кедр сәтләүеге ҡабығы. Микроэлементтар хазинаһы, бигерәк тә тамыр системаһын нығытҡан, сереүҙе иҫкәрткән һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлыҡты арттырған кальцийға бай.
– 1 аш ҡалағы ябай борсаҡ (ярма). Аҡһым һәм азотҡа бай борсаҡ тарҡалғанда тупраҡты туҡландыра, үҫеүҙе көсәйтә. Үҫемлеккә химияһыҙ старт биреүҙең бик яҡшы ысулы.
– 1 аш ҡалағы картуф крахмалы. Крахмал-углеводтар сығанағы һәм тупраҡта файҙалы бактериялар үҫешенә стимул бирә. Ул тупраҡтың структураһын яҡшырта, уны йомшағыраҡ һәм туҡлыҡлыраҡ итә.
Нисек ҡулланырға?
Үҫентеләрҙе соҡорға ултыртыр алдынан төбөнә өҫтәмәләрҙең береһен (ҡабыҡ, борсаҡ йәки крахмал) һалығыҙ. Бер аҙ тупраҡ һибегеҙ һәм һуңынан ғына үрсетмәне ултыртығыҙ.
Был ысулды ҡулланған баҡсасылар билдәләүенсә, помидорҙар итлерәк, татлыраҡ була һәм ауырымай тиерлек. Бигерәк тә температура ҡапыл үҙгәргән һәм дымлылыҡ юғары булған шарттарҙа яҡшы эшләй.