Был ысул емешлектәрҙең әүҙем барлыҡҡа килеүенә һәм ҡырау төшкәнгә тиклем уңыш алырға мөмкинлек бирә. Агроном Ксения Давыдова әйтеүенсә, был мөғжизәле эретмәне әҙерләү өсөн түбәндәгеләр кәрәк буласаҡ:
– 11 грамм әсетке (сүпрә);
– 1 литр ҡайнар һыу;
– 5 грамм ҡоро һарымһаҡ.
– 9 литр һыу.
Нисек әҙерләргә
– 11 грамм әсетке 1 литр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ.
– 5 грамм ҡоро һарымһаҡ өҫтәгеҙ.
– Ныҡлап болғатығыҙ һәм ике сәғәт тондороғоҙ.
– Алынған эретмәне 9 литр һыу ҡойолған күнәккә өҫтәгеҙ һәм ҡыярҙарҙың тамырына ҡойоғоҙ.
Был витаминдарға һәм минераль матдәләргә бай булған, был ябай эретмә үҫемлектәрҙең уңдырышлылығын арттырыуға һәм иммунитетын нығытыуға булышлыҡ итә. Һарымһаҡ шулай уҡ ҡоротҡостарҙан һаҡлай, был иһә уны әсеткеле эретмә өсөн бик мөһим.
Белгестәр әйтеүенсә, ҡыярҙы шул рәүешле 2 аҙнаға бер тапҡыр туҡландырырға кәрәк. Үҫемлектәр әүҙем сәскә атҡан һәм емеш биргән осорҙа был айырыуса мөһим.