Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар

Үҙгәреүсән һауа шарттарында ҡыярҙар өсөн мотлаҡ

Ике аҙнаға бер тапҡыр ҡулланығыҙ

Әле баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Июнь айында башҡа культуралар менән бер рәттән ҡыярға ла күп иғтибар талап ителә. Был йәшелсәләр беҙҙе тәме менән ҡыуандырып ҡына ҡалмай, ә йәйге миҙгелдең бер символы булып тора. Мул уңышҡа өлгәшеү өсөн тәжрибәле баҡсасылар һыналған тәрбиә ысулдарын ҡуллана. Түбәндә шуларҙың береһе тураһында һөйләйбеҙ.

Яҡынса 25 июндән, ҡыяр әүҙем үҫә башлағас, ябай, әммә һөҙөмтәле эретмәгә иғтибар итергә кәрәк, ул һеҙҙең үҫемлектәрегеҙгә йәйге үҙгәреүсән һауа шарттарында иҫән ҡалырға ғына түгел, ә өлгөрөүҙе тиҙләтергә һәм уңыш күләмен арттырырға ярҙам итәсәк. Эретмәне әҙерләү өсөн магазиндарҙа табырға мөмкин булған арзанлы ингредиенттар кәрәк:

– 2 аш ҡалағы нашатыр спирты (аммиак)

– 1 грамм гәрәбә (янтарная) кислотаһы

– 1 аш ҡалағы гумат

– 10 литр һыу

Бөтә ингредиенттарҙы һыу менән ҡушығыҙ һәм болғатығыҙ. Ике аҙнаға бер тапҡыр ҡыярҙарҙың тамырына ҡойоғоҙ.

Гәрәбә кислотаһы нашатыр менән бергә емеш биреүҙе арттырыусы бик яҡшы өҫтәмә аҙыҡ булып тора. Гумат, үҙ сиратында, тамырҙарға витаминдарҙы һәм минералдарҙы яҡшыраҡ үҙләштерергә ярҙам итә, был үҫемлектәрҙе стресҡа һәм насар шарттарға тотороҡлораҡ итә.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас