Ата-бабаларыбыҙ яратып, киң ҡулланған баланды киптереп йәки туңдырып ҡуйһағыҙ, яҙын һеҙгә ауырып китеү ҡурҡынысы янамай, сөнки балан организмға көс бирә, витаминдар менән тулыландыра, һалҡын тейгәндә балан төнәтмәһе йәки балан сәйе тән температураһын төшөрә, йүтәл, тамаҡ ауыртыуын бөтөрә. Тауыш ҡарлығып торғанда ла балан ярҙам итә.
Балан сәйе: 3-5 балғалаҡ баланға 3 стакандай ҡайнар һыу ҡойоп, ваҡыты-ваҡыты менән иҙгеләп, емештәрҙе 3-4 сәғәт төнәтергә лә, һөҙөп алырға. Сәйҙе өскә бүлеп, көнөнә өс тапҡыр эсергә.
Балан төнәтмәһе: 1 стакан баланға 2 стакан һыу өҫтәп, 20-30 минут ҡайнатырға ла, һыуына төшкәс, 1 стакан бал ҡушып болғатырға. Көнөнә 7-8 тапҡыр 1-әр ҡалаҡлап йүнәлгәнсе эсергә.
Балан сәйе йөрәк ауырыуын да бөтөрә, сиҡан сыҡҡанда, экзема булғанда ярҙам итә, үтте ҡыуа, организмдан артыҡ һыуҙы сығара. Баланды бал менән 1:1 нисбәтендә болғап, ошо ҡатнашманы ашағандан һуң көнөнә 4 тапҡыр берәр ҡалаҡ ауыҙға алып, һурып-һурып йотоп ебәрһәң, ҡан баҫымын төшөрә.
Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары булғанда, баш ауыртҡанда: 20 грамм баланды иҙеп, өҫтөнә 250 грамм ҡайнар һыу һалып, 4 сәғәт төнәтеп һөҙөгөҙ. Көнөнә 2-3 тапҡыр ашарҙан 15 минут алда 100 грамм эсергә.
Ашҡаҙанда, эсәктәрҙә ауыртыу булһа: 50 грамм баланды иҙеп, 2 стакан ҡайнаған эҫе һыу менән ҡойоп, 40 минут тотҡас һөҙөп, стакандың өстән бер өлөшө күләмендә аш алдынан эсергә.
Тир сығарыу һәм эс йомшартыу өсөн: 1 ҡалаҡ баланды эмаль һауытҡа һалып ҡайнаған бер стакан һыуҙы өҫтәп, ҡапҡас менән ябырға ла, ҙурыраҡ һауытта ҡайнап ултырған һыуҙа 15 минут тоторға. Бүлмә температураһында 45 минут һыуытҡас, һөҙөп, өскә бүлеп, бер көндә эсеп бөтөргә. Был төнәтмәне тәнде нығытыу өсөн дә ҡулланалар.
БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.