– Баш ауыртыуы башланғас та, эҫе итеп сәй яһап алығыҙ, әммә уны эсергә ашыҡмағыҙ. Иң тәуҙә сәйегеҙгә балғалаҡ тығып йылытығыҙ һәм уны баштың ҡайһы яғы ауыртһа, шул яғтағы танау япрағына ҡуйып тороғоҙ. Балғалаҡ һыуынһа, тағы йылытып алығыҙ. Хәҙер балғалаҡты ҡолаҡ йәберсәгенә ҡуйығыҙ. Ауыртыу үтһә, сәйҙе эсергә лә мөмкин:
– 1 балғалаҡ алма һеркәһе һәм 1 балғалаҡ балды бергә бутарға һәм көн һайын ашарға кәрәк. Был дауа ла баш өйәнәгенән ҡотҡара;
– бер тигеҙ күләмдә алынған алма һеркәһе менән һыуҙы уңайлы һауытҡа ҡойоғоҙ һәм утҡа ултыртығыҙ. Ҡатнашма ҡайнап, быу күтәрелә башлағас та, башығыҙҙы эйеп, 75 тапҡыр быу менән тын алығыҙ. Ғәҙәттә, бынан һуң баш ауыртыуы тиҙ генә үтеп китә йәки бер аҙ баҫыла;
– башығыҙға массаж эшләгеҙ. Бармаҡтар менән баш йыуғандағы кеүек хәрәкәттәр яһарға мөмкин. Шулай уҡ ағас тараҡ менән баш тиреһенә сикәләрҙән маңлайға һәм елкәгә табан массаж яһарға була;
– ҡайһы бер ризыҡтарҙан баш тартыу ҙа хәлегеҙҙе еңеләйтергә булышлыҡ итәсәк. Зыянлы аҙыҡтар исемлегенә шоколад, ҡәһүә, какао инә. Улар составындағы матдәләр ҡан тамырҙарын тарайтыу һәләтенә эйә. Тарайған тамырҙар кире киңәйгән саҡта баш ауыртыуына килтерә лә инде;
– көндөҙгө яҡтылыҡ лампаларынан баш тартығыҙ. Күҙгә күренмәһә лә, уларҙың даими емелдәп тороуы мейене арыта һәм баш ауыртыуын булдыра;
– арҡағыҙҙы гел төҙ тоторға тыршығыҙ. Башты аҫҡа эйеү, эйелеп йөрөү мускулдар көсөргәнешенә килтерә;
– төнөн юрған менән башығыҙҙы ҡаплап йоҡламағыҙ. Бының менән кислородты ябаһығыҙ һәм иртәнсәк баш ауыртыуы менән уянасаҡһығыҙ.
БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ГЕНӘ ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.