

Тәжрибәле баҡсасылар ҡарағат ауырыуҙарҙан, ҡоротҡостарҙан һаҡлау, туҡландырыу өсөн маргнанцовка ҡулланырға кәңәш итә
Ни өсөн марганцовка ҡарағат өсөн файҙалы
Марганцовка – ул антисептик. Ул үҫемлектәрҙә һәм тупраҡта бәшмәктәрҙе һәм бактерияларҙы үлтерә. Шулай уҡ марганец — ҡарағатҡа үҫеү һәм емеш биреү өсөн кәрәкле микроэлемент.
Иртә яҙҙа эшкәртеү
Иртә яҙҙа, бөрөләр асылғанға тиклем. 3-5 г марганцовканы (бысаҡ осонда) 10 литр һыуға һалырға. Иретмә сағыу алһыу булырға тейеш. Ҡыуаҡтарҙы һәм тирә-яғындағы тупраҡҡҡа һибергә. Марганцовка ботаҡтарҙа һәм ерҙә ҡышлаусы бәшмәктәрҙең спораларын үлтерә. Иретмәне артыҡ көслө итмәгеҙ – бөрөләрҙе яндырыуығыҙ ихтимал.
Онло ысыҡтан (мучнистая роса) эшкәртеү
Онло ысыҡ – ҡарағат өсөн ҙур бәлә. Марганцовка был осраҡта ла ярҙам итә. 10 литр һыуға 3 г марганцовка алырға. Япраҡтарҙа һәм емештәрҙә аҡ төҫ барлыҡҡа килгәнсе ҡыуаҡтарға һибергә. 7-10 көндән ҡабатларға.
Марганцовка менән туҡландырыу
Марганец ҡарағатҡа хлорофилл синтезы өсөн кәрәк. Әгәр ул етмәһә, япраҡтары аҡһыллана, тамырсыҡтары йәшел булып ҡала. 10 литр һыуға 2-3 г марганцовка алырға. Иретмәне йәй башында, ҡарағат әүҙем үҫкәндә ҡыуаҡ төптәренә ҡойорға.
Үлән бетенән һәм башҡа ҡоротҡостарҙан эшкәртеү
Марганцовка үлән бетен (тля) туранан-тура үлтермәй, әммә япраҡтарҙағы киҫкен еҫте һәм мөхитте был бөжәктәр яратмай. 3 г марганцовка + 10 литр һыуға 40 г кер һабыны алырға. Һабын иретмәне япраҡтарға йәбештерергә ярҙам итә. Үлән беттәре япраҡтың аҫ яғында булғанлыҡтан аҫтан эшкәртергә. 5-7 көндән ҡабатларға.