Организмды таҙарта, ябыҡтыра

Кефирлы коктейльИртәнсәк был коктейлде эсһәгеҙ, эс ҡатыуҙан һәм артыҡ майҙан ҡотолорһоғоҙ, аш һеңдереү, тиренең торошо яҡшырасаҡ.Бигерәк тә бит-йөҙ тирәһе матурланып китер, дәртегеҙ артыр, айына 2,5 килограмға тиклем ауырлығығыҙ кәмер.Бының өсөн кәрәк: 5-7 бөртөк ҡара емеш, ике аш ҡалағы һоло яҫмығы (геркулес), бер стакан кефир йә майһыҙ йогурт, бер аш ҡалағы етен майы, бер балғалаҡ какао-порошогы.

📍Ҡара емештең өҫтөнә 100 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 10-15 мин ултыртып тороғоҙ;
Икенсе һауытта һоло, какао һәм етен майын бутағыҙ;
Уларға кефир өҫтәгеҙ һәм һәйбәт итеп болғатығыҙ;
Бүрткән ҡара емеште ваҡ ҡына итеп турап, ҡатнашмаға өҫтәгеҙ;

Тағы бер тапҡыр ныҡлап болғатып, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк. Иртәнге ашығыҙ әҙер!

Ҡулланып ҡарағыҙ, файҙаһы тейәсәк!

Автор:
Читайте нас