Ҡыярҙан яҡшы уңыш алыу өсөн, уны даими рәүештә туҡландырып торорға кәрәк.
– Бер күнәк һыуға өс телем ҡара икмәк һалып, өҫтөн яҡшылап ҡаплағыҙ ҙа бер аҙна йылы урында тотоғоҙ. Аҙаҡ ҡыярҙарҙың тамырына ҡойоғоҙ. Быны улар сәскә ата башлағас, аҙнаға бер тапҡыр эшләргә була.
– Ҡыярҙарҙың япраҡтары һарғайһа, тимәк, калий етмәй. Был осраҡта көл төнәтмәһен ҡулланырға була. Сәскә атыр саҡта, сәскә атып, ҡыярҙар үҫә башлағанда 1 стакан көл 10 литр эҫе һыуға һалына һәм 2 сәғәткә ултыртып ҡуйыла. Һуған тышы төнәтмәһе лә ярҙам итә. Бер күнәк һыуға бер стакан һуған ҡабығын һалып, ҡайнап сығыу хәленә еткәнсе утҡа ҡуйырға.
– Бор кислотаһы (порошок) шулай уҡ уңыш өсөн кәрәк. Балғалаҡтың 1/3 өлөшө итеп бор кислотаһы порошогын әҙ генә эҫе һыу менән иҙеп алырға, 10 литр һыуға ҡушырға. Баяғы көл һыуына ҡушһаң да була.
Ошолар менән ҡыярҙарығыҙҙы туйындырып торорға була.