

– Балға, ҡорттарға, был шөғөлгә һөйөү Башҡортостанда тыуып үҫкәндәрҙең күбеһенең ҡанында барҙыр ул. Мин шуларҙың береһелер инде. Үҙем ҡортсолар ғаиләһенән, – тип һөйләй Яңы Павловка ауылында йәшәгән тәжрибәле ҡортсо Ғәфүр Вәлиев. – Ҡартатайымдар ҡорт тотҡан. Ә атайым 35 йәшендә шөғөлләнә башлаған, күп тапҡыр конкурстарҙа урындар яуланы. Ул – Күгәрсен районының тәжрибәле профессиональ умартасыһы.
Ғәфүр Зөфәр улы ла бала саҡтан атаһына ярҙамлашып, балсы эшен күреп үҫә. Шулай ҙа мәктәптән һуң юрист һөнәрен һайлай. “Тормошта үҙ урынымды эҙләгәнмендер инде”, – ти ул хәҙер. Һөнәре буйынса аҙыраҡ эшләп ҡарай ҙа, уныҡы түгеллеген аңлай. 25 йәштәр тирәһендә атаһы янына умарталыҡҡа килә. Ә 2017 йылда иһә үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын теркәй.
– Йәйен ҡортсо өсөн ял юҡ инде, иртә тороп, һуң ятырға тура килә. Күс айырғанда бигерәк тә: ҡорт тоторға, күсте ояға ултыртырға әҙерләргә, рамалар-умарталар хәстәрләргә кәрәк, – ти Ғәфүр Зөфәр улы. Ысынлап та бынан тыш бал айырыу, ҡорт ояларын арттырыу, өҫтәлмә магазин ҡуйыу – ғөмүмән, эшһеҙ ултырырға тура килмәй уларға.
– Ҡатыным – табип. Ул бал, умартасылыҡ продукцияһын популярлаштыра, файҙаһы тураһында һөйләй. Ә улым әлегә бәләкәй, – Ғәфүр Вәлиевтың ҙурайғас улының да был шөғөлгә ылығыуына өмөтө ҙур.
“Бал ҡортона ла һаҡсыл ҡараш кәрәк”
– Миңә район ҡортсоларының мәнфәғәттәрен яҡлауҙы ышанып тапшырҙылар, бындай ышаныс өсөн рәхмәтлемен. Статистика буйынса, районда 200-ҙән ашыу хужалыҡ бал ҡорто тота. Был башлыса шәхси ярҙамсы хужалыҡтар. Шулай уҡ бал ҡорттарын теркәү кәрәк тип тапмағандар ҙа күп, – ти Ғәфүр Зөфәр улы.
Ғәфүр Зөфәр улы белдереүенсә, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү һуңғы арала ҡатмарлаша, умартасыларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау ҙа һәр ваҡыт килеп сыҡмай. Әммә ул тырышасағын белдерә.
– Хөкүмәт ҡортсолоҡ, аҙыҡ-түлек өлкәһендә тәртип урынлаштырырға тырыша, шулай кәрәк тә. Маркировкалауҙар, төрлө программалар ҡортсолар өсөн өҫтәмә эш, сөнки уларҙы ентекләп өйрәнергә ваҡыт та кәрәк. Йыл һайын ҡорттарҙың ҡоротҡостары, ауырыуҙары күбәйә, уларҙы булдырмау, килеп сыҡһа – юҡ итеү, дауалау менән шөғөлләнәбеҙ.
Беҙ ауыл хужалығы үҫешкән төбәктә йәшәйбеҙ. Һуңғы арала баҫыуҙарҙы химик эшкәртеүгә бәйле бал ҡорттары ағыуланған осраҡтар йышайҙы. Шуға ла ҡортсо алдында бал алыу ғына түгел, ә ҡорттарҙың һәләк булыуына юл ҡуймау бурысы ла тора. Үрҙә һаналған проблемалар илле йыл элек аҙыраҡ булғандыр, бәлки, бөтөнләй булмағандыр ҙа. Шуға ла йылдан йыл ҡорт тотоу ауырлаша бара. Йәштәр был һөнәргә бик килмәй. Бына һеҙ эшегеҙҙә оҡшамаған нимә бармы, тип һорайһығыҙ. Ҡайһы бер кешеләрҙең бал ҡорттарына, ҡортсоларға булған мөнәсәбәте оҡшамай. Әлбиттә, ауырлыҡ-ҡыйынлыҡтар бар, уларҙы хәл итәбеҙ.
Бал ҡорттары – бал, ҡортсолоҡ продукттары ғына түгел ул. Тәү сиратта һеркәләндереү, экосистемала төрлөлөктө һаҡлау. Һәм беҙгә бал ҡорттарын мөмкин тиклем оҙағыраҡ йәшәһен өсөн һаҡлап ҡалыуға ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәк. Беҙгә аңлы рәүештә ағыуларға кәрәкмәй, бал ҡортона һаҡсыл ҡарарға кәрәк. Баҫыуҙарҙы эшкәртеү тураһында әйтеүем, – Ғәфүр Вәлиев бал ҡорттарын күрәләтә һәләк итеүгә ҡаршы, хәҙер бөтәһе лә биопрепараттарға, хәүефһеҙерәк препараттарға күсә бара.
“Балды һыналған ҡортсонан алығыҙ!”
Тәжрибәле ҡортсо булараҡ, Ғәфүр Зөфәр улы ысын һәм ялған балды айырыу серҙәре менән дә уртаҡлашты.
– Ысынлап та, бал баҙарында ялғаны ла күп. Беләһегеҙме, бал ҡорттарына ашатылған шәкәр балы баҙарҙа һатып алынған иң насары түгел. Бөтөнләй тиерлек файҙаһы булмаған иретелгән шәкәр һатып алырға ла мөмкин бит әле. Тағы ла насарырағы: Ҡытайҙан күпләп килтерелгән бал, – тип һөйләне ҡортсо. – Ә ялған балды айырыу өсөн ни эшләргә һуң? Был өлкәлә хәҙер хатта эксперттар ҙа аптырап ҡалды. Технологиялар шул тиклем алға киткән, ялған балды ныҡ оҫта эшләйҙәр, хатта лабораторияла ла уны айыра алмайҙар. Шуға ла мин артыҡ бер нимә тип тә кәңәш бирә алмайым. Үҙегеҙҙең һыналған, һеҙ ышаныс белдергән ҡортсонан ғына бал һатып алығыҙ, тип әйткем килә.