Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
12 Апрель 2022, 11:30

Һуған – халыҡ медицинаһында

Һуғандың сәләмәтлек өсөн файҙаһы ҙур, әммә ул традицион медицина дауалауын алмаштыра алмай. Уны бары төп сараға ярҙам булараҡ ҡулланыу кәңәш ителә. Мәҫәлән, ҡолаҡ һыҙлағанда...

Һуған – халыҡ медицинаһында
Һуған – халыҡ медицинаһында

Ҡолаҡ шешкәндә ваҡ ҡына итеп туралған һуғанды ике ҡат марляға урап, ҡолаҡҡа һалып, яулыҡ менән бәйләп ҡуйырға кәрәк. Ярты тәүлек тотҡанда, хәлегеҙҙең еңләйеүен тойорһоғоҙ.

Юғары температура булғанда, туралған һуғанды аҙыҡ төрә торғон пленкаға (пищевая пленка) һалып, табанға урарға ла, ойоҡ кейеп, төнө буйы шулай йоҡларға.

Ҡоҫҡо килгәндә һуғанды ҡырғыстан үткәреп, һутын һығырға ла, бөтнөктө ҡайнатып, һыуытылған һыуы менән болғарға. Ошо һутты 2 аш ҡалағы эсеп, 5 минуттан шул тиклем сәй эсергә. 5 минуттан тағы шулай ҡабатлағыҙ. 15-20 минут бер нәмә лә ашарға, эсергә ярамай.

Йүтәлләгәндә ваҡлап туралған һуғанды кокос майы менән бутап, күкрәккә компресс һалып, төнгөлөккә ҡалдырырға кәрәк.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: