Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
19 Апрель 2022, 15:55

Георгиндарҙы сәсергә әҙерләнегеҙме әле?

Ер йөҙөндә был матур сәскәнең 15 меңдән күберәк сорты иҫәпләнә. Сәскәләенең формалары, эрелеге, сағыу төҫтәре менән бик күп баҡсасыларҙы үҙенә ғашиҡ иткән георгиндар. Ваҡытында ултыртып, көҙөн тамырҙарын ҡаҙып алып, дөрөҫ һаҡлаған осраҡта матур сәскәләре менән йыл һайын ҡыуандырып торорҙар.

Георгиндарҙы сәсергә әҙерләнегеҙме әле?
Георгиндарҙы сәсергә әҙерләнегеҙме әле?

 Ғәҙәттә георгин тамырҙарын (картуфтарын) апрель урталарында сығаралар.

Иң башта георгиндарҙың картуфтарын ҡарап, серек һәм боҙоҡ ерҙәрен ҡырҡып ташлайҙар. Активлаштырылған күмер онтағы йәки зеленка менән ҡырҡылған урындарын зарарһыҙландыралар. Артабан ағас онтағына, тупраҡҡа, йылға ҡомона ултыртып шыттырырға ҡуялар. Был эштәрҙе баҡсаға ултыртырға планлаштырған ваҡыттан14-15 көн алдан башҡарыр кәрәк.   Сөнки ни тиклем йәшел масса тиҙерәк үҫеп сыға, шул тиклем иртәрәк георгиндарығыҙ сәскә ата башлар.

Ҡайһы берәүҙәр полиэтилен моҡсайҙарҙа лә шыттырырға ҡуя. 

 Артыҡ эш башҡарырыға теләмәүселәр 1 май тирәләре тура ергә ултырта ала. Тик абайлап тороғоҙ шытымдарын ҡырау һуғып ҡуймаһын.

Уртаса бейеклектәге георгиндарҙы араһын 30-40 см, бейек сортлыларын 50-60 см аралыҡ ҡалдырып ултыртырға кәңәш ителә.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: