Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
23 Апрель 2022, 14:45

Баҡсасы хәйләләре

Баҡсасыларға бер нисә кәңәш

Баҡсасы хәйләләре
Баҡсасы хәйләләре
  • Кәбеҫтә күбәләге һәм кебләнән ҡотолоу өсөн кәбеҫтә төптәре араһына укроп, кориандр, сельдерей, бәрхәт сәскәһе, Бәйғәмбәр тырнағы сәсәләр, әрем үләнен йолҡоп һалалар.
  • Картуф сәскән ваҡытта һәр ояға күмер ҡушып һалыу - ашлама ла, ҡаты ҡорттан да һаҡлай.
  • һарымһаҡ уңдырышлы булһын, тәме яҡшырһын өсөн июнь айының тәүге яртыһында башта 10 литр һыуға 2 ҡалаҡ тоҙ һалып иҙеп һибәләр, ә аҙаҡтан таҙа һыу.
  • Кишер насар үҫһә, 10 литр һыуға 1 ҡалаҡ тоҙ һалынған иретмә һибергә.
  • Ҡыярға һыу күп кәрәк, бигерәк тә сәскә атҡан һәм уңыш биргән осорҙа даими рәүештә күп итеп һыу һибеп торорға кәрәк. Әммә ҡыяр сәскә ата башлаған ваҡытта һыуҙы һирәк һибеп, аҙаҡ яңынан йышайтҡанда, ҡыяр үҫемлектәре тиҙерәк сығыр. Көндәр эҫе торғанда ҡыярға һыуҙы күп һибергә һәм йыш ҡына һирпеп торорға кәңәш ителә. 30 градус һәм унан да юғарыраҡ эҫелә ҡыяр һеркәһе үлә, шуға күрә, теплицаға һыу һалынған һауыттар ҡуйып сығыу мотлаҡ. Һауа торошо үтә түбән булһа, йә көндөҙгө һәм төндәге температура араһында айырма ҙур икән, ҡыярҙың тәме боҙола. Шулай уҡ был үҫемлеккә ел үтә өрөп тороу ҙа килешмәй.
  • Әгәр йәй башында уҡ бер-нисә борос сығып, артабан үҫемлек сәскә атмай башлаһа, был боростарҙы өҙөп алырға кәрәк. Артабан үҫемлек икеләтә көс менән сәскә ата башлар һәм яҡшы уңыш бирер. Борос тамырҙары һауа һулаһын өсөн үҫемлек төбөндәге тупраҡ ҡатлауы ҡатмаҫлыҡ итеп йыш ҡына йомшартып торорға кәңәш ителә.

“Киске Өфө”нән.

Фото: valles.ru

Читайте нас: