Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
26 Апрель 2022, 17:50

Баҡса еләктәрен ашландырыу

Баҡса еләген иртә яҙҙан, ҡар иреп бөтөү менән туҡландыра башлар кәрәк.

Баҡса еләктәрен ашландырыу
Баҡса еләктәрен ашландырыу

Баҡса еләген иртә яҙҙан, ҡар иреп бөтөү менән туҡландыра башлар кәрәк.

Беренсе туҡландырыуҙа 10 л һыуға бер шырпы ҡабы карбамид (мочевина) ҡушып болғатып, һәр төпкә 0,5 л иҫәбенән ҡойоп сығыр кәрәк.

Икенсе тапҡыр ашландырыуҙы сәскәгә тумалған сағында башҡарыр кәрәк. 100-150 г ағас көлөн 10 л һыуҙа бутап, һәр төпкә 0,5 л һибергә.

Өсөнсө туҡландырыу сәскә ата башлағас башҡарыла. 10 л һыуға 5 г бор кислотаһы ҡушып болғатырға, әҙерәк төнәткәс еләктәргә ҡойоп сығырға. Бор үҫентеләрҙе төрлө бөжәктәрҙән һәм бәшмәк ауырыуҙарынан һаҡлаясаҡ.

Еләктәрегеҙ ишелеп уңһын!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: