Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
2 Май 2022, 17:05

Алма һеркәһе - күп яҡлы дауа

Яҙғы көн алдаҡсы була. Еңелерәк йөрөнөңмө - йә танау тона, йә тамаҡ ауырта... Бындай осраҡта аш бүлмәһендәге алма һеркәһе ярҙамға килер. 

Алма һеркәһе - күп яҡлы дауа
Алма һеркәһе - күп яҡлы дауа

1. Тамаҡ ауырта башлаһа,

1 стакан йылы һыуға 4 аш ҡалағы алма һеркәһе һалып, болғайбыҙ. Ҡатнашма менән сәғәт һайын тамаҡты сайҡатырға кәрәк. Ул бактерияларҙы үлтерә, һөҙөмтәлә, тамаҡ ауыртыуы үтәсәк.

2. Танау тонһа,
1 балғалаҡ һеркәне бер стакан йылы һыуға болғап, эсергә. Был ҡатнашма көслө түгел, шуға танауға тамыҙырға ла мөмкин.

ШУЛАЙ УҠ

3. Сәс ҡауаҡлаһа,
Һеркә менән һыуҙы бер тигеҙ алып, болғарға ла, һиптерткесле шешәгә ҡойоп, сәскә һибергә кәрәк. Унан башты таҫтамал менән урап, 15 минут тоторған. 

4. Төндә тән ҡорошһа,
2 аш ҡалағы һеркәне, 1 балғалаҡ бал һәм бер стакан йылы һыу менән болғап, иртә һайын ас ҡарынға эсергә кәрәк. Бер нисә көндән тыныс йоҡлай башларһығыҙ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: