Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
4 Май 2022, 16:55

Тәҙрә быялалары гел таҙа булһын тиһәгеҙ

Был шыйыҡса быялала саң һәм бысраҡтан һаҡлаусы ҡатлам барлыҡҡа килтерә. Ямғыр тамсыларының да эҙе ҡалмай

Тәҙрә быялалары гел таҙа булһын тиһәгеҙ
Тәҙрә быялалары гел таҙа булһын тиһәгеҙ

 

Ярты стакан йылы һыуға бер аш ҡалағы глицерин, кер йыуа торған бер ҡапҡас кондиционерҙы һалығыҙ. Һыу, глицерин, кондиционерҙы бергә ҡатнаштырып, 15 минут тоторға кәрәк.

Тәүҙә тәҙрәләрҙе таҙа итеп йыуып, ҡоротоп һөртөгөҙ. Һуңынан тәҙрә таҙарта торған щеткаға баяғы шыйыҡсаны әҙерәк кенә ҡойоп, тәҙрәләрҙе ике яҡтан да яҡшылап ышҡығыҙ.  

Был шыйыҡса быялала саң һәм бысраҡтан һаҡлаусы ҡатлам барлыҡҡа килтерә. Ямғыр тамсыларының да эҙе ҡалмай. 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: