Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
8 Май 2022, 17:45

Бөгөн - Сирен сәскәһе көнө

Баҡсаларҙа хуш еҫле сирень сәскәләре тирә-яҡҡа тәмле еҫтәрен бөркөп ултырғанда, тиҙ арала уны йыйып алырға онотмағыҙ. Һыуыҡ ҡыштарҙа яҙғы көндөң матурлығын ғына хәтерләтмәҫ, ә шифаһы менән дә һеҙҙе ҡыуандырыр сирень сәскәләре.

Бөгөн - Сирен сәскәһе көнө
Бөгөн - Сирен сәскәһе көнө

Халыҡ медицинаһы ҡыуаҡтың сәскәһенән, бөрөһөнән һәм япраҡтарынан шифалы төнәтмәләр әҙерләргә кәңәш итә. Оҙаҡламай баҡсаларҙа хуш еҫле сирень сәскәләре күҙҙең яуын алып ултыра. Сирень сәскәһенә һәм уның хуш еҫенә һоҡланмаған кеше һирәктер. Матурлыҡтан тыш, уны дауаланыу өсөн дә файҙаланырға мөмкин. Был осраҡта уның сәскәһе һәм япрағы ҡулланыла. Сирень сәскәһе эфир майҙарына, фарнезол, фенолгликозид, сирингин кеүек матдәләргә, ә япрағы һәм бөрөләре флавоноидтарға, аскорбин кислотаһына, сайырға, фитонцидтарға һәм дубиль матдәләргә бай. Халыҡ медицинаһы ҡыуаҡтың сәскәһенән, бөрөһөнән һәм япраҡтарынан шифалы төнәтмәләр әҙерләргә кәңәш итә. Сирень сәскәһе ата башлаған сағында, ә япрағы йәйҙең тәүге яртыһында (ҡоро көндә) әҙерләнә. Дауалар күләгәлә һәм ҡоро урында йоҡа итеп йәйеп, йыш өйләндереп киптерелә. Улар ғәҙәттәгесә һаҡлана. Халыҡ медицинаһында сирень сәскәһенән (йәки япрағынан) әҙерләнгән төнәтмәне бөйөр шешкәндә, бөйөр һәм бөйөр лаҡаны ташы барлыҡҡа килгәндә ҡулланыла. Дауаны әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған сәскәне (япраҡты) 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 4 сәғәт тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә. Был дауаны тапма ауырыуынан (маляриянан) да эсергә кәңәш ителә. Сирень сәскәһенән яһалған дарыу майын дарыуханаларҙан эҙләп табырмын тимә, шуға күрә күптәр уны үҙҙәре әҙерләүҙе хуп күрә. Бының өсөн 1 литр банканы сирень сәскәһе менән тултырырға кәрәк. Артабан шыйыҡ майҙы 40 градусҡа тиклем йылытырға һәм сәскәнең өҫтөнә ҡойорға. Банканы яҡшылап ҡапҡас менән ябып, ике көн ултыртырға. Аҙаҡ марля аша уны һөҙөп, тик майҙы ғына ҡалдырырға кәрәк. Тағы ла майҙы ҡайнатырға һәм яңы сирень сәскәләрен өҫтәп һалырға. Был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлағанда, хуш еҫле һәм шифалы сирень майы килеп сығасаҡ. Бронхит, ангина, грипп кеүек сирҙәр менән дауаланғанда сирень сәскәһенең майы бигерәк тә файҙалы. Уны ингаляция эшләгәндә лә ҡулланалар. Майҙың бер нисә тамсыһын үҙегеҙ ҡулланған крем, шампунь, лосьонға тамыҙып ебәргәндә, тирә-яғығыҙға хуш еҫтәр таралып китер. Уның менән һыҙлаған урынды ыуыу ҙа ҙур ярҙам күрһәтәсәк. Күптәр сирень сәскәләрен йыйып, унан төнәтмә яһай. Мәҫәлән, өс литрлыҡ банканы ныҡлап тултырғансы атып өлгөрмәгән сәскәләрен тултырабыҙ. Аҙаҡ уның өҫтөнә спирт йәки араҡы ҡойоп, ҡараңғы урынға ултыртабыҙ. Әгәр ҙә өс литрлыҡ банка ҙур күренһә, бәләкәйерәк, тик ауыҙы ябылған һауыт файҙаланырға мөмкин. Был төнәтмә менән һыҙлаған урынды ыуһағыҙ, бер нисә көндән һуң ауыртҡан ерегеҙҙең ҡайҙа икәнлеген дә оноторһоғоҙ. Һыуыҡ тейгәндә, тамағығыҙ ауыртҡанда сирень сәскәһенән яһалған төнәтмәнән компресс ярҙамға килер. Әммә һәр нәмәлә сама белеү талап ителә, шул уҡ ваҡытта сирень сәскәһенең ағыулы икәнен дә онотмаҫҡа кәңәш итәбеҙ.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: