Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
12 Май 2022, 17:00

Ҡарағат япрағының файҙаһы

Йәйгеһен ҡарағат япрағынан сәй эсеп ҡалырға тырышығыҙ. Сөнки:

Ҡарағат япрағының файҙаһы
Ҡарағат япрағының файҙаһы
 
Туғайҙа үҫкән ҡырағай ҡарағаттыҡы булһа бигерәк тә шәп. Баҡсалағыныҡын да мөмкин. Йәй буйы ҡарағаттың осондағы ғына йәш япраҡтарын сәй менән бергә эсһәгеҙ, организмығыҙға кәрәкле витаминдар һәм файҙалы матдәләр запасы йыйып ҡалырһығыҙ.

Ҡарағат япраҡтарын сәй итеп эсеү йөрәк ауырыуҙарын иҫкәртә. Һалҡын тейгәндә, ашҡаҙан ауыртҡанда ла файҙалы.  
Тәмәке тартыусыларға ла ҡарағат сәйе эсергә кәңәш итәләр. Сөнки ҡарағат япраҡтарында тәбиғи антиоксиданттар бар, улар ағыулы матдәләрғә ҡаршы тора һәм организды уларҙан таҙарта.

Ҡара ҡарағат япраҡтарында эфир майҙары һәм фитонцидтар күп, шулай уҡ С витамины, магний, кальций, калий, фосфор бар. 
 
Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: