

- помидорҙарҙы фитофтороздан һаҡлар өсөн һөт йәки эркет һыуына (сыворотка) бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк;
- помидор һәм ҡыярҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны вегетация осоронда бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы арта;
- һуған көпшәләнмәһен өсөн ултыртыр алдынан сәй содаһы иретмәһенә һалып торорға кәрәк (бер литр һыуға бер балғалаҡ сода);
- еләктәргә сәскә атыр алдынан йод иретмәһе һибегеҙ. 10 литр һыуға - 10 тамсы;
- йод иретмәһен шулай уҡ кәбеҫтә лә бик ярата. Сәкән яһала башлағанда һибеү яҡшыраҡ. 10 литр һыуға - 40 тамсы.