Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
16 Май 2022, 15:50

Һоло - тормош эликсиры

Һоло — тормош эликсиры, хатта, ауыр сирлеләрҙе лә аяҡҡа баҫтыра: сәләмәтлек менән бәйле күп мәсьәләләрҙе хәл итә, көстө нығыта.  Һолоно сәй кеүек итеп тә эсергә мөмкин: 1 аш ҡ. һолоно 2 стакан һыуға һалып, һауыттың ҡапҡасын бикләп, талғын утта 1 сәғәт самаһы ҡайнатырға. Дауаланыу өсөн иң яҡшы рецептарҙың береһе:

Һоло - тормош эликсиры
Һоло - тормош эликсиры

 

* Бер стакан һолоно (бик тә булмаһа, "Геркулес" та бара) 5 стакан һыуға һалып, яртылаш ҡалғансы ҡайнатаһың, кеүәҫ ҡуйылығындағы эсемлек барлыҡҡа килә.
 Һөҙөп, шундай уҡ күләмдә һөт һалып, яңынан ҡайнатып алаһың.
  Барлыҡҡа килгән эсемлекте йылы килеш, көн дауамында ике, йә иһә өскә бүлеп, эсәһең.

"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: