Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
17 Май 2022, 16:45

БОРОС

Боростан мул уңыш алыу серҙәре

БОРОС
БОРОС

Боросто үрсетмә ултыртып, теплицала сәсеп үҫтергәндә яҡшы уңа. Үрсетмә яҡшы таралып, көслө һабаҡлы булып үҫеп китһен өсөн һабағының асаһынан аҫта урынлашҡан бөтә япраҡтарын йолҡоп ташларға кәрәк.

Ике айҙан ғына үрсетмәне теплицаға күсереп ултыртырға, ләкин үҫентенең тамыр төбөн тупраҡҡа ныҡ күммәҫкә. Боростар араһында 30 сантиметр арауыҡ ҡалдырып ултыртырға, үҫкән һайын таяҡсаларға төҙләп бәйләп барыу кәңәш ителә. Әсе һәм татлы боростарҙы бер-береһенә яҡын сәсергә ярамай, бөтәһе лә әселәнеп, тәме китәсәк. Борос йыш, әммә самалап һыу һибеүҙәрен ярата. Һыу ҡойғандан һуң тупрағын мотлаҡ ҡаҙып йомшартырға кәрәк, йә булмаһа төбөнә 7-10 сантиметр ҡалынлыҡта итеп бысҡы онтағы йәки һалам йәйергә була. Миҙгел үткәнсе үҫемлектәрҙе 4-5 тапҡыр азот-калий ашламаһы менән туйындырып алыу кәрәк, ә бына яңы тиҙәк һалырға ярамай - йәшелсә серей. Боростоң төрлө ауырыуҙарын иҫкәртеү маҡсатында йәйге осорҙа составында баҡыр булған препарат, мәҫәлән, 5 процентлы баҡыр купоросы менән бер нисә тапҡыр эшкәртеп алырға. Ә бына борос тиҙерәк өлгөрһөн өсөн һабағының өҫкө өлөшөн семтеп йолҡоп торорға кәрәк. Үҫемлек туҡлыҡлы матдәләрҙе яңы сыҡҡан боростарға йүнәлтһен өсөн йәшелсәһе өлгөрөп бөткән ботаҡтарын ҡырҡып алырға.

(“Киске Өфө”нән).

Читайте нас: