Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
28 Май 2022, 14:45

Һаҡ булығыҙ! Талпан!

Быйыл Иҫәнғол үҙәк дауаханаһына районыбыҙҙан 15 кеше талпан ҡаҙалыуы менән мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 11 балалар. Уларҙың барыһына ла энцефалит талпанына ҡаршы иммуноглобулин уколы яһалған. Бер пациент тәненән алынған талпанды үҙ теләге менән энцефалит вирусына тикшерткән, был талпанда вирус барлығы асыҡланған. Шулай уҡ был пациентҡа ла вирусҡа ҡаршы укол ҡаҙағандар. 

Һаҡ булығыҙ! Талпан!
Һаҡ булығыҙ! Талпан!

Көндәр бер аҙ йылыныу менән күптәр тәбиғәт ҡосағына ашыға. Әммә был мәлдә уяулыҡты юғалтмау мөһим. Талпандан һаҡланыу сараларын инҡар итмәгеҙ, түбәндәге беҙҙең кәңәштәргә лә ҡолаҡ һалығыҙ.

Тәбиғәткә сыҡҡанда асыҡ төҫтәге кейем һайлау, еңдәрендә манжеттары булған спорт костюмы, салбар балаҡтарын ойоҡҡа ҡыҫтырып кейеү кәрәк. Шулай уҡ футболка йәки күлдәкте лә салбарға ҡыҫтырып ҡуйығыҙ. Башҡа яулыҡ бәйләп йә башлыҡ кейеп йөрөгөҙ.

Урман-ҡырҙа ике сәғәт һайын, бөжәк йәбешмәнеме икән тип, өҫтөгөҙҙө тикшереп, ҡаҡҡылап тороғоҙ. Шулай уҡ талпандарҙы ҡурҡыта торған махсус саралар ҡулланығыҙ, тип кәңәш итә белгестәр. Халыҡ ҡулланған сараларҙан эвкалипт майы талпандарҙы ҡурҡытыр.

Эштәре арҡаһында тәбиғәт ҡосағында йыш булырға тура килеүселәргә талпан энцефалитына ҡаршы прививка яһатыу ҡамасауламаҫ.

Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе тотоу ҙур бәләнән йолоп ҡалыр. Сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: