Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
28 Май 2022, 16:50

Сәстәрегеҙ ҡойоламы?

Әгәр ҙә сәстәрегеҙ күпләп ҡойола башлаһа, ошо ысулдарҙы ҡулланырға була. Киндер орлоғон ҡайнатып, лайлалы шыйыҡсаны баш тиреһенә һөртһәң , сәстәрегеҙ тиҙерәк үҫә башлар. Дегәнәк тамырын һыуға һалып ҡайнатып, 2-3 сәғәт төнәтергә кәрәк. Башығыҙҙы йыуғандан һуң ошо төнәтмә менән сайҡатһағыҙ, файҙаһы тейер.  Маскалар яһарға ла була:

Сәстәрегеҙ ҡойоламы?
Сәстәрегеҙ ҡойоламы?

Әгәр ҙә сәстәрегеҙ күпләп ҡойола башлаһа, ошо ысулдарҙы ҡулланырға була.

Киндер орлоғон ҡайнатып, лайлалы шыйыҡсаны баш тиреһенә һөртһәң , сәстәрегеҙ тиҙерәк үҫә башлар.

Дегәнәк тамырын һыуға һалып ҡайнатып, 2-3 сәғәт төнәтергә кәрәк. Башығыҙҙы йыуғандан һуң ошо төнәтмә менән сайҡатһағыҙ, файҙаһы тейер.

 Маскалар яһарға ла була:

1)Йомортҡаны һарыһынан һәм ағынан айырырға. Һарыһы ҡоро, ә ағы майлы сәстәр өсөн килешә. Айырылған йомортҡаға 1 сәй ҡалағы зәйтүн майы ҡушып болғатырға ла, сәстәргә һыларға. 20 минут тотҡандан һуң, башығыҙҙы әйбәтләп шампунь менән йыуығыҙ.

2)Бер өлөш балға бер өлөш зәйтүн майы ҡушып болғатып, сәс төптәренә һылап сығырға, 15-20 минуттан һуң башығыҙҙы ғәҙәттәгесә йыуығыҙ.

3)Иң зыянһыҙ һәм иң файҙалы ысул – үләндәр менән дауаланыу. Кипкән ромашка сәскәләрен, роза таждарын, дегәнәк япрағын (үҙегеҙ теләгән башҡа үләндәрҙе лә ҡушырға мөмкин) 1 аш ҡалағы алып1 литр ҡайнар һыуға һалып төнәтергә. Йылымысланғас сәстрегеҙҙе сайҡата алаһығыҙ.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: