Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
4 Июнь 2022, 16:00

Баҡсалағы ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?

Баҡсалағы ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға? Баҡсала ҡырмыҫҡалар күбәйһә, оҙаҡламай зарарлы бөжәктәр ҙә килеп сығасағына әҙер булыр кәрәк. Баҡсалағы емеш ағастарын яҡшылап тикшереп сығығыҙ, ағас һәм ҡыуаҡтарығыҙҙа ҡырмыҫҡалар йүгерешһә, оҙаҡламай уларҙа йәшел һәм ҡара бетсәләр барлыҡҡа киләсәк. Ҡоротҡосларға ҡаршы махсус “йәшел һабын” ҡулланырға була.

Баҡсалағы ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?
Баҡсалағы ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға?

Баҡсалағы ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға? Баҡсала ҡырмыҫҡалар күбәйһә, оҙаҡламай зарарлы бөжәктәр ҙә килеп сығасағына әҙер булыр кәрәк. Баҡсалағы емеш ағастарын яҡшылап тикшереп сығығыҙ, ағас һәм ҡыуаҡтарығыҙҙа ҡырмыҫҡалар йүгерешһә, оҙаҡламай уларҙа йәшел һәм ҡара бетсәләр барлыҡҡа киләсәк. Ҡоротҡосларға ҡаршы махсус “йәшел һабын” ҡулланырға була. Йәшелсәләргә, емеш ағастарына зыян итеүсе ҡоротҡостар эәйләшмәһен тиһәгеҙ, баҡсалағы ҡырмыҫҡаларҙан ҡотолорға тырышығыҙ. Ҡайһы берәүҙәр ҡырмыҫҡа ояларына ҡайнап торған һыу һибә. Бешкән йомортҡа һарыһына бор кислотаһы ҡушып ваҡ ҡына шарсыҡтар яһайбыҙ ҙа, ҡырмыҫҡа оялары урынлашҡан ерҙәргә һалып сығабыҙ. Бер-ике көндән ҡырмыҫҡалар юҡ буласаҡ. Ҡайһы бер баҡсасылар манный ярмаһын да ҡуллана. Бөжәктәр күпләп йәшәгән урындарға һибеп сығырға кәрәк. Помидорҙарҙың артыҡ япраҡтарын, һабаҡтарын өҙөп алғас, ташларға ашыҡмағыҙ. Ҡырмыҫҡа юлдарына һалып сығығыҙ. Был саралар бөжәктәр күп булмаған осраҡта ғына ярҙам итер. Ныҡ күбәйеп китһәләр, химик препараттар ҡулланырға тура киләсәк.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: