Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
4 Июнь 2022, 12:15

Үҫентеләрегеҙҙе асыҡ түтәлгә күсерҙегеҙме?

Балан сәскә атҡанын көтөгөҙ Халыҡта ысынлыҡҡа тура килгән бик дөрөҫ һынамыш йәшәп килә.

Үҫентеләрегеҙҙе асыҡ түтәлгә күсерҙегеҙме?
Үҫентеләрегеҙҙе асыҡ түтәлгә күсерҙегеҙме?

Балан сәскә атҡанын көтөгөҙ Халыҡта ысынлыҡҡа тура килгән бик дөрөҫ һынамыш йәшәп килә. Күптәребеҙ һауа торошоноң тотороҡһоҙ тороуына ҡарап помидор һәм борос үҫентеләрен ергә ултыртыуҙы кисектереп тора. Халыҡта элек-электән балан сәскә атһа, башҡаса ҡырауҙар һәм һыуыҡтар булмай тигән һынамыш йәшәп килә. Күп баҡсасылар балан һәм миләш сәскә атҡас ҡына, үҫентеләрҙе һәм һыуыҡҡа бирешеүсән культураларҙы баҡсаға күсереп ултырта. Тәжрибәле баҡсасылар кәңәшенә ҡолаҡ һалып, балан сәскә атҡас та, помидор, баклажан, боростарығыҙҙы асыҡ түтәлгә сығарып ултыртһағыҙ була.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: