Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
16 Июль 2022, 14:15

ЦИКОРИЙ

Июль айының шифалы үләндәре

ЦИКОРИЙ
ЦИКОРИЙ

Юл буйҙарында үҫкән цикорийҙы күптәр суррогат ҡәһүә тип белә. Әммә уның шифалы үҙенсәлектәре лә бар, цикорийҙың микробтарға ҡаршы һәм ауырыуҙарҙы иҫкәртеүсе тәьҫире көслө.

Тире ауырыуҙарын дауалауҙа ҡулланыла, нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай, йөрәк тибешен көйләй. Аш һеңдереү ситемаһы өсөн дә цикорийҙың файҙаһы ҙур: үлән тамырынан эшләнгән ҡайнатма аппетитты аса, ашҡаҙан аҫты биҙе эшен яҡшырта. Бынан тыш, цикорий үт ҡыуығындағы таштарҙы сығара, үт һыуын сығара һәм бауырға ҡан йөрөү, матдәләр алмашыныу процестарын тиҙләтә. Үләндән алынған "инулин" тигән органик матдә иммунитетты нығыта эсәк микрофлораһын үҫтерә, ашҡаҙан-эсәктәрҙең лайлалы тиресәһе боҙолоуға бәйле ауырыуҙарҙы киҫәтә. Шуға цикорий ашҡаҙан һәм бөйән язваһы, гастрит, дисбактериоз, аш һеңдереү процесы боҙолғанда, эс ҡатыу, бауыр һәм үт ҡыуығы ауырыуҙарын дауалауҙа ҡулланыла. Был үҫемлек нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы өсөн файҙалы. Цикорий тамырынан эшләнгән ҡәһүәлә кофеин юҡ, шуға ҡан баҫымы юғары булған, неврастения, депрессия, йоҡоһоҙлоҡ, мигрень ауырыуҙарынан яфаланыусылар өсөн яҡшы дауа булып тора. Цикорий В төркөмө витаминдарына һәм калий матдәһенә бай. Ул ҡанды холестериндан таҙарта, ҡан тамырҙарын киңәйтә, йөрәк тибешен нормаға килтерә. Цикорийҙан эшләнгән эсемлектәр атеросклероз, тахикардия, йөрәктең ишемик ауырыуы һәм башҡа тор йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланғандар өсөн файҙалы.

Аҙ ҡанлылыҡ. Үҫемлектең баш өлөшөн йолҡоп алып, яҡшылап йыуып һәм ҡайнар һыу менән сайып, ит турағыс аша үткәрергә. Килеп сыҡҡан массанан һутын һығып алып яй ғына утта 2-3 минут ҡайнатырға. Был һутты һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Дауаланыу өсөн 1 балғалаҡ цикорий һутын ярты стакан йылы һөткә ҡушып, 1 балғалаҡ бал һалып, көнөнә өс тапҡыр эсергә. Дауаланыуҙы бер ай дауам итергә.

Бөйөр, бауыр ауырыуҙарын дауалау һәм аш һеңдереүҙе яҡшыртыу өсөн 15-30 грамм киптерелгән цикорий япрағы һәм тамырына 1 литр эҫе һыу ҡойоп, 5 минут ҡайнатырға. Ҡайнатманы ашарҙан алда көндөҙ һәм кис бер сынаяҡ эсергә.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

("Киске Өфө"нән).

Читайте нас: