Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
23 Июль 2022, 11:25

Сейә йөрәкте нығыта

Был емеште традицион ҡытай медицинаһында йыш ҡулланалар. 

Баҡсала сейәләр ҡыҙарып бешә башланы. Был тәмле емештән хуҗабикәләр ҡайнатма яһарға, компот ябырға ярата. Ә бына сейәне көн дә ҡулланыу артериаль ҡан баҫымын һәм кеше ҡанындағы шәкәр дәрәҗәһен кәметеүен күптәр белмәйҙер әле.

Шулай уҡ был емеш “насар” холестерин һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәшергә ярҙам итә. Бынан  тыш, сейәне йыш ҡына традицион ҡытай медицинаһында артрит һәм подаграны дауалау өсөн ҡулланалар.

Белгестәр һүҙҙәренә ҡарағанда, 154 грамм төшһөҙ сейәлә 97 калория бар. Был әскелтем татлы емеш C витаминына, калий, баҡыр һәм марганецҡа бик бай. Фәнни тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, сейә йөрәк ауырыуһарын булдырмаҫҡа ярҙам итә, сөнки унда юғары дәрәҗәлә антоциандар һәм каротиноидтар бар

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: