Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
26 Июль 2022, 19:45

Мең дә бер кәңәш

Тәбиғи таҙартҡыс

Мең дә бер кәңәш
Мең дә бер кәңәш

Сифатлы матрастарҙы яңыртыу бөгөн ҡиммәткә төшә. Әммә унда бысраҡ таптар барлыҡҡа килгән осраҡта ни эшләргә? Быньщ өсөн һәр төрлө таптарҙы, шул иҫәптән ҡан, бәүел, шарап эҙҙәрен да яҡшы таҙартҡан тәбиғи таҙартҡыс рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Тәбиғи таҙартҡысты эшләү өсөн түбәндәгеләр кәрәк: 235 мл 3 процентлы водород перекисы, 3 ҡалаҡ аш содаһы, әҙ генә шыйыҡ һабын йәки ҡашығаяҡ йыуғыс. Матрас яҡшы таҙарһын өсөн ҡушымтаны һөртөр алдынан ғына әҙерләргә кәрәк, уны һаҡлауҙың да файҙаһы юҡ. Һиптергесле һауытта сода һәм водород перекисын ҡойоп бутарға. Сода иреп бөткәс, шыйыҡ һабын йәки ҡашығаяҡ йыуғыстан бер-нисә тамсы тамыҙып, һауытты һелкетергә. Әҙер таҙартҡысты матрастағы бысраҡ таптарға һиптереп сығырға һәм күпереге бөткәнсе 5-10 минут көтөргә. Кибеп барған таптан таҙартҡысты саң һурҙырғыс ярҙамында һөртөп алырға. Был рәүешле матрастағы бысраҡ таптарҙы бөтөргәндә генә түгел, түшәк кәрәк-яраҡтарын алыштырған һайын таҙартып торорға ла була.

Читайте нас: