Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
5 Август 2022, 18:50

Ҡоймаҡ ваҡиғаһы (файҙаһы)

Бер ғаиләлә ир менән ҡатын бер ҙә тыныша алмай йәшәй икән.

Ҡоймаҡ ваҡиғаһы (файҙаһы)
Ҡоймаҡ ваҡиғаһы (файҙаһы)

Әммә ире түҙә, талаҡ (айырам һине, тип әйтә торған ирҙәр һүҙе) әйтергә ашыҡмай. Ҡатыны түҙмәй һәм мәсеткә ҡазый янына барып, иренең насарлығын, холоҡһоҙлоғон һөйләп бирә лә, зинһар, беҙҙе айырырға ҡарар сығар, тип үтенә.

Ҡазый ҡатынды иғтибар менән тыңлай һәм ярҙам итәсәген белдерә. Иртәгә миңә ҡоймаҡ бешереп алып кил, ти. Әммә ҡоймаҡ бешереү өсөн он, май, тоҙ, һыуҙы ла һәр ҡайһыһын айырым-айырым күршеләренән алырға ҡуша. Әлбиттә, ҡатын ғәжәпләнә, ләкин ҡазый ҡушҡас, тыңламай булдыра алмай һәм күршеләренә инеп кәрәк ризыҡтарҙы һорай башлай. Ә күршеләренең һәр береһе, ҡоймаҡ бешереү өсөн үҙеңдә лә бар бит барыһы ла, нишләп беҙҙән һорайһың, тип аптырашып тегенән һораша. Ҡатын хәлде һөйләп бирә, ирен дә насарлап һөйләй, уны яманлай.

Күршеләре лә үҙ зарҙарын һөйләй һәм үҙ ирҙәренең бының иренән дә насарырак, мыжығырак булыуына түҙеп тороуҙарын әйтә.

Шулай итеп, йомош менән йөрөгәндә башҡа ҡатындарҙың да ирҙәренең насарлыҡтарын ишетеп, үҙ иренең уңай, яҡшы яҡтарын күрә башлай, ҡоймаҡ та бешермәй, ҡазыйға ла бармай, иренә риза булып йәшәп ята икән.

Ғаиләлә аңлашылмаулыҡ, талашыу осраҡтары өсөн бер яҡ ҡына ғәйепле булмай. «Бейәлә лә, тәртәлә лә», «ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын» тип бер ҙә юҡҡа әйтмәйҙәр бит.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: