Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
5 Август 2022, 19:50

Һуған ҡасан өлгөрә?

Тәжрибәле баҡсасылар һуғанды ҡасан һәм нисек йыйып алыу тураһында бына нимә ти:

Һуған ҡасан өлгөрә?
Һуған ҡасан өлгөрә?

Һуғандың өлгөрөп етеү мәле төрлөсә. Һауа торошона ҡарап, һуған уңышын йыйып алыу ваҡыты июлдән сентябрь башына тиклем һуҙылырға мөмкин.

Һуған өлгөрөп етеүҙең төп билдәләре: йәш үҫентеләр барлыҡҡа килмәй, һуғандың йәшел өлөшө ергә ята башлай, һарғая, кибә, ә һуған төбө үҙенең сортының төҫөнә инә. Ошо мәлде үткәреп ебәрергә ярамай, юғиһә һуған тамыры яңынан үҫә һәм һуған ҡышын насар һаҡланасаҡ.

Тәжрибәле баҡсасылар әйтеүенсә, һуғанды төндәр ныҡ һалҡынайтып, иртән мул ысыҡ төшә башлағансы йыйып алыу яҡшыраҡ. Йыуаһы менән бергә ерҙән ипләп кенә һурып алабыҙ һәм киптерер өсөн еләҫ урынға һалабыҙ. Түтәлдең өҫтөндә, ҡояш аҫтында киптереү шулай ҙа иң дөрөҫө буласаҡ. Әгәр ҙә көнгә ышаныс юҡ икән, был ысул менән ҡулланмаҫҡа ла була. Сөнки һуған ҡояшта 7-10 көн кибергә тейеш. Киптергән саҡта бөтөн файҙалы матдәләр йыуанан һуған төбөнә күсә. Һуңынан йыуаһын 3-4 см ҡалдырып ҡырҡабыҙ ҙа, тағы ла киптерәбеҙ, тик был юлы йылытылған урын булырға тейеш. 8-10 көн буйына һуғанды 25-30 градус йылыла тотаһың.

Әгәр ҙә мөмкинлегегеҙ булһа, иң аҙаҡтан һуғанды 40 градус йылыла 10-12 сәғәт киптерергә. Был процедура һуғанда булған төрлө инфекцияларҙы "үлтерә", бындай юл менән кипкән һуған яҡшы һаҡлана.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: