Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
7 Август 2022, 11:55

"Тамыры - миңә!" тип, һабағын ташларға ашыҡмағыҙ

Һүҙ кишер, сөгөлдөр кеүек тамыраҙыҡтарҙың япрағы тураһында. Уларҙы әле өҙөп ҡулланырға ла, ҡышҡылыҡҡа һаҡлап ҡалырға ла мөмкин.

"Тамыры - миңә!" тип, һабағын ташларға ашыҡмағыҙ
"Тамыры - миңә!" тип, һабағын ташларға ашыҡмағыҙ

Кишер япрағын өҙөп алып йыуырға ла, һыуы һарҡҡас, турап, бешеп сығыр алдынан ғына ашҡа һалырға. Аштың тәме үҙгәрмәҫ,  ә файҙаһы артыр ғына. Уны сәй итеп эсергә лә була. 

Ә сөгөлдөр япрағын салаттарға, ашҡа ҡулланырға мөмкин. Сөгөлдөрҙөң япрағынан борщ ашағанығыҙ юҡмы әле? Тап ошо мәлдәрҙә, япраҡтар һутлы ла, татлы ла осорҙа бешереп ашағыҙ - мотлаҡ оҡшаясаҡ!

Сөгөлдөр япрағын ваҡ ҡына турап туңдырһағыҙ, ҡыш борщ, щи һәм башҡа йәшелсә аштарына һалыуға бына тигән тәмләткес!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: