Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
20 Август 2022, 16:10

Августа баҡса еләген тәрбиәләү

Баҡса еләгенең уңышы күптән инде йыйып алынды. Әгәр ул һеҙҙе быйыл мул булыуы менән ҡыуандырһа, киләһе йылда ла шулай булыуын бөгөндән хәстәрләргә кәрәк.

Августа баҡса еләген тәрбиәләү
Августа баҡса еләген тәрбиәләү

Хәҙер һыу ҡойоуҙарҙан һәм ямғырҙараҙан баҡса еләгенең тамырҙары асыла. Улар кипмәһен һәм таралмаһын өсөн еүеш ер менән күмергә кәрәк. Иҫке, һулыған япраҡтарҙы ҡырҡырға, йәштәрен ҡалдырырға. Бер юлы зарарлы бөжәктәр булыу-булмауын ҡарап сығырға, япраҡтарҙа көрән таптар булһа, эшкәртергә кәрәк.

Тәжрибәле баҡсасылар август аҙағында талпандарҙы үлтереү өсөн лейка менән 60-70 градус эҫелектәге һыу һибергә кәңәш итә. Ниндәй ҙә булһа инсектицид – Актеллик, Карбофос менән дә эшкәртергә мөмкин.

Баҡса еләгән артабан таратырға теләмәһәгеҙ, мыйыҡтарын бөтәһен дә, 10 см самаһы оҙонлоҡтай ҡалдырып, ҡырҡып ташларға кәрәк. Әгәр таратырға теләһәгеҙ инде, иң көслөһөн ҡалдырып, ҡалғандарын ҡырҡығыҙ. Өҙөп тә алырға мөмкин, әммә һаҡ булырға кәрәк – тамыры менән ҡуша йолҡоп алыуығыҙ ихтимал.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: