Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
25 Август 2022, 14:10

Иртә сәс ағарыуы

Сәс иртә ағармаһын һәм ҡойолмаһын өсөн нимә эшләргә?

Иртә сәс ағарыуы
Иртә сәс ағарыуы

РР витамины (эре итеп ярҙырылған ондан бешерелгән икмәктә, ярмаларҙа, ноҡот борсағында, картуфта, иттә, балыҡта, йомортҡала, сүпрәлә һ.б.) бар, ялҡынһыныуға ҡаршы йоғонто яһай, сәстәрҙең иртә ағарыуына һәм ҡойолоуына ҡаршы тора. Был витамин етешмәгәндә тире ҡорой, тупаҫлана, пигмент таптары барлыҡҡа килә.

Шулай уҡ тирегә матдәләр алышыныуын көйләгән, күҙәнәк регенерацияһын яҡшыртыуҙа ҡатнашҡан, тиренең төҙөлөшө өсөн терәк булып торған магний ҙа мотлаҡ кәрәк.

Цинк иһә тире пигментацияһына йоғонто яһай, уның етешмәүе сәстәр ҡойолоуға сәбәп булыуы мөмкин.

Тиренең һәм сәстәрҙең торошо эсәктәрҙең эшмәкәрлегенә бәйле. Әгәр тирегеҙҙә проблемалар булһа, тимәк ошо биологик автив матдәләрҙең үҙләштерелеүе боҙолған. Шулай уҡ эсәктәрҙең биоценозы ла бик мөһим. Әсегән һөт продукттарын, шул иҫәптән пробиотиктар менән байытылғандарын етерлек күләмдә ҡулланыу эсәк микрофлораһына ыңғай йоғонто яһай.

Аҙыҡ менән бергә файҙалы бактерияларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыусы про-биотиктарҙың - игендә, ҡуҙаҡлыларҙа, йәшелсә-емештә булған аҙыҡ епсәләренең (сүс) инеүе лә организм өсөн файҙалы. Аҙыҡ епсәләре йоғонтоһонда В төркөмө витаминдары менән эсәк бактерияларының синтезы көсәйә.

Шулай итеп, күберәк йәшелсә-емеш (кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә, петрушка, укроп, ҡыяр, алма, слива, еләк) ашағыҙ. Шулай уҡ төрлө әсегән һөт продукттары, майһыҙ ит, балыҡ, арыш һәм көрпә икмәге файҙалы.

Әгәр тирегеҙҙең торошо борсой икән, тоҙ, шәкәр, татлы ризыҡтар, ҡамыр изделиелары, уксус, борос һәм башҡа тәмләткестәр ҡулланыуҙы сикләгеҙ, кофе һәм ҡаты сәй менән мауыҡмағыҙ.

Читайте нас: