Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
28 Август 2022, 19:50

Ҡышҡылыҡҡа алма киптерәбеҙ

Киптерелгән алманың файҙаһы ҙур.

Ҡышҡылыҡҡа алма киптерәбеҙ
Ҡышҡылыҡҡа алма киптерәбеҙ

Киптерелгән алманың файҙаһы ҙур Ҡышҡа киптергән алмаларығыҙ булһа, рәхәтләнеп файҙаланығыҙ! Бөгөн күптәр алманың мул осоронда уны турап туңдырғысҡа һала, йә иһә ҡайнатма, һуттар яһай. Күптәр киптерелгән алманың файҙаһы күберәк икәнлеген белмәй. Шуға күрә уны һирәк хужабикәләр генә ҡырҡып, еләҫ урында киптереүҙе хуп күрә. Ә ысынында, киптерелгән алма- витаминдарға бай тәбиғи ризыҡ, уны теләгән ваҡытта чипсы кеүек ашарға ла мөмкин. Был алмала кальций, калий, тимер, натрий, фосфор, йод, көкөрт, баҡыр бар. Ул хәтер һәм аҡыл эшмәкәрлеге өсөн дә ыңғай йоғонто яһай. Шулай уҡ мәтдәләр алмашыуын, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Бигерәк тә эсе ҡатып интегеүселәргә бик яҡшы ярҙам итә, холестеринды кәметә. Ҡан баҫымы түбән булғандарға киптерелгән алма ашарға тәҡдим ителә, ул шулай уҡ ҡан тамырҙарын нығыта. Ә бына шәкәр сире, һимереү ҡурҡынысы янағандарға киптерелгән алманы файҙаланыуҙан һаҡ булырға кәңәш ителә, ҡулланғанда сама белеү яҡшыраҡ, ти табиптар ҙа. Ә бына диатез менән сирләгән балаларға киптерелгән алманың компотын эсеү файҙалы.

Асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: