Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
5 Сентябрь 2022, 12:15

Бит тиреһе ҡартаймаһын тиһәгеҙ

Бының өсөн ошо өс төрлө майҙы ҡулланырға була:    

Бит тиреһе ҡартаймаһын тиһәгеҙ
Бит тиреһе ҡартаймаһын тиһәгеҙ

Бының өсөн ошо өс төрлө майҙы ҡулланырға була

1) Шалфей (йылан тамыры) майы күҙ тирәһендәге ваҡ ҡына һырҙарҙы бөтөрөргә ярҙам итә, айырыуса крем менән ҡуша ҡулланғанда файҙалы буласаҡ. Шалфей майы антисептик эффектҡа  һәм бактерияларға ҡаршы тороу һәләтенә эйә.

2) Ярангөл майы бөтә төр бит тиреләренә лә тап килә. Уның ярҙамында ҡан әйләнешен яҡшыртырға була. Яратҡан кремығыҙға ҡушып ҡулланһағыҙ, һөҙәмтәһе ҡыуандырыр.

          3)  Виноград (йөҙөм) һөйәктәре майы ла антиоксиданттарға,  Е витаминына бай. Антиоксиданттар һәм Е витамины тиренең ҡартайыуына ҡаршы тора, тирә- яҡ мөхиттең насар йоғонтоһонан һаҡлай.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: