Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
7 Сентябрь 2022, 12:10

Йөндөң файҙаһы

Мең дә бер кәңәш

Йөндөң файҙаһы
Йөндөң файҙаһы

Йөн ептең капилляр ҡан әйләнешенә ниндәйҙер йоғонтоһо бар, сөнки шешеү процесы капилляр ҡан әйләнеше яйланғандан башлана. Йөн еп шулай уҡ ҙур булмаған статик электр тогы сығанағы булып тора. Шуға ла ҡулдың беләҙегенә бәйләнгән йөн еп ҡан әйләнешен яҡшырта, ҡулдағы яраларҙы тиҙерәк бөтәштерә, тарамыш тартылғанда ярҙам итә.

Йөн – иң сәләмәт, гигиеник яҡтан иң таҙа, йылыны көйләүсе материал иҫәпләнә. Уның төҙөлөшө тирегә тын алыуға ҡамасауламай. Бынан тыш, уның шифалы сифаттары ла бар. Борон теш, баш, бил һыҙлағанда уларға йөн баҫҡандар. Етлекмәй тыуған балаларҙы ла һарыҡ йөнөнә һалғандар.

Тере һарыҡтан ҡырҡып алынған, йыуылмаған, буялмаған, химик матдәләр менән эшкәртелмәгән йөн хайуан балауыҙы – ланолин менән ҡапланған була. Ланолин йөн ауырлығының 12 процентын тәшкил итә. Был бик ҡиммәтле матдә, косметик майҙарҙың нигеҙе итеп ҡулланыр өсөн уны махсус табалар. Ланолин тән температураһында ирей һәм тирегә үтеп инә. Ул мускулдарға, быуындарға, умыртҡа бағанаһына тәьҫир итә, ауыртыуҙы баҫа, ҡан әйләнешен көсәйтеп ебәрә. Шуға ла йыуылмаған тәбиғи йөндән яһалған түшәктәр юғары хаҡ менән баһалана.

Читайте нас: