

Һауа дымландырғысҡа әҙерәк кенә бальзам ҡушһағыҙ, бүлмәгеҙ сафланып ҡалыр
Аяҡ табандарының тиреһен йомшартыу өсөн төнгөлөккә йоҡа ғына ҡатлам менән бальзам һөртөп, ойоҡбаш кейеп кейер кәрәк. Иртәнсәк аяҡтарығыҙҙы йыуып, табандарығыҙҙы пемза менән эшкәртеп алырға ғына кәрәк буласаҡ. Бер нисә көн ҡабатлаһағыҙ, табандарығыҙ сабыйҙарҙыҡы кеүек булыр.
Баш ауыртҡанда бальзамды маңлайығыҙға һәм сикәләрегеҙгә һөртөгөҙ.
Бальзам себен,серекәй һәм башҡа йәнгә тейеп осоп йөрөүсе бөжәктәрҙән дә ҡотҡарыр. Улар был еҫте яратмайҙар.
Аяҡ бармаҡтарында бәшмәк ауырыуы булған осраҡта бальзам ярҙамға килер. Көн һайын төнгөлөккә ауырыу бармаҡтарығыҙға һөртөп ятырға кәңәш ителә.
Һыҙланған осраҡта ла бальзам ҡулланырға була.
Күгәргән урындар тиҙерәк бөтһөн тиһәгеҙ, бальзам һөртөгөҙ.