Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
15 Ноябрь 2022, 00:08

Төрөксә бәйләнгән ойоҡбаш

Бындай ойоҡбаштар ике энә менән бәйләнә һәм эш аҙағында тегеп ҡуйыла.

Төрөксә бәйләнгән ойоҡбаш
Төрөксә бәйләнгән ойоҡбаш

Эш барышы ошолай:

1. Кәрәгенсә күҙҙәр йыйып, 5-10 см киңлегендә резинка бәйләйбеҙ. Һуңғы күҙҙәр тиҫкәре (изнаночные) булырға тейеш.

2. Шәл бәйләме менән 3 см бәйләйбеҙ.

3. Күҙҙәрҙең яртыһын бөтөрәбеҙ. Йәғни ике яҡ ситтән бөтөрәбеҙ, ә урта шул килеш ҡала. Мәҫәлән, һеҙҙә 30 күҙ икән, ике яҡтан да 7-шәр күҙҙе бөтөрәбеҙ, уртала 16 күҙ ҡала.

4. Шәл бәйләме менән табандың яртыһы оҙонлоғо самаһында бәйләйбеҙ.

5. Артабан ике яҡтан да, йәғни энә башында ла, аҙағында ла, кәметә барабыҙ. Энәлә 6 күҙ ҡалғансы бәйләргә.

6. Унан киреһенсә, ике яҡтан да арттырып, 16 күҙ булғанса бәйләйбеҙ.

7. 4-се аҙымды ҡабатлайбыҙ.

8. 5-се һәм 6-сы аҙымдарҙы ҡабатлайбыҙ.

9. Бәйләмде бөтөрәбеҙ.

Инде тегергә ҡалды. Башта - үксәне, унан - табанды, аҙаҡ резинканы тегәбеҙ. 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: