Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
18 Февраль 2023, 18:19

Тоҙ баш ауыртыуын баҫа

Ҡапыл башығыҙ ауырта башлап, түҙер әмәл булмаһа, тоҙ эретмәһе, йәғни тоҙлоҡ әҙерләгеҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: баш ауыртыуын түҙергә ярамай! Был ысул баштың ауыртыуын да бөтөрөр, ҡан баҫымын нормаға килтерергә лә ярҙам итер.

Тоҙ баш ауыртыуын баҫа
Тоҙ баш ауыртыуын баҫа

Иң беренсе 8 ҡат марлянан "повязка" әҙерләйбеҙ. Уның киңлеге – маңлай киңлегендә, ә оҙонлоғо баш әйләнәһенә тигеҙ булырға тейеш.

Унан 250 мл һыуҙы 60-70 градусҡаса йылытабыҙ ҙа, унда 2 балғалаҡ (өймәй генә) тоҙҙо эретәбеҙ. Был 8 процентлы тоҙ эретмәһе була.

Әҙер повязканы ошо эретмәгә тығып алабыҙ ҙа, һығып, тирене бешермәҫлек бер аҙ һыуып, уның менән маңлай, ҡолаҡтар һәм елкәне урап ҡуябыҙ. Компресты марля төшмәһен өсөн яулыҡ менән бәйләп ҡуябыҙ.

Ятып торһағыҙ ҙа була. Бер нисә минуттан хәлегеҙ еңеләйеүен тойорһоғоҙ.Шулай ҙа повязканы сисергә ашыҡмағыҙ. Берәр сәғәт йөрөтһәгеҙ яҡшы булыр. Уны сискәс, башығыҙҙан тоҙҙо йылымыс һыу менән йыуып алығыҙ.

Сәләмәт булығыҙ!

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: