

Ҡыяр туҡландыруға, тәрбиәгә бик талапсан. Ҡыярҙар тигеҙ булып үҫеп, яҡшы уңыш алыу өсөн, уны тейешенсә туҡландырырға кәрәк.
Ҡыяр сәскә атҡанда органика ярата, ул уны нығыта, үҫтерә. Емшәндәрен барлыҡҡа килтереү өсөн калий кәрәк. Был ваҡытта ҡыярҙы көл менән туҡландыралар. 1 силәк һыуға 1 стакан көл һалып, бер тәүлек тоторға һәм һәр төпкә 0,5 әр л һибеп сығырға. Быны ике аҙна һайын ҡабатларға ярай.
Шуға өҫтәп кесерткән төнәтмәһе әҙерләгеҙ. Бының өсөн теләһә ниндәй һауытҡа кесерткән тултырырға, йылы һыу ағыҙырға һәм әсетергә ҡуйырға кәрәк. Ферментация тиҙерәк барһын өсөн, бер ус ер һәм 1 аш ҡашығы шәкәр ҡомо өҫтәргә ярай. Бер аҙнанан файҙалы әсетке әҙер була, уны 1 силәк һыуға 1 л иҫәбенән ҡушып, ҡыярҙарға һибергә кәрәк.