

Был осраҡта уларға ярҙам итеү өсөн баҡсасылар тамырҙан тыш туҡландырыу ҡулланырға тәҡдим итә. Сөнки һыуыҡ көндәрҙә үҫемлектең тамырҙары матдәләр үҙләштермәй башлай, ә бына япраҡтары үҙләштерә.
10 литр һыуға түбәндәге ингредиенттар кәрәк. Беренсеһе – циркон. Уны сәскә атҡанда һәм емеш биргәндә һиптертергә мөмкин. Циркон ҡеүәтле биостимулятор булып тора. 1 миллилитр күләмле бер стандарт ампула кәрәк буласаҡ.
Икенсе компонент – мочевина йәки карбамид. Ҡыярҙарҙың япраҡтары уны яҡшы үҙләштерә. 1 балғалаҡ ашлама кәрәк.
Өсөнсө компонент – эремсек һыуы (сыворотка) йәки кефир. Әсегән һөт бактериялары үемлектәрҙең үҫеүенә ыңғай йоғонто яһауы фәнни иҫбатланған. Бындай туҡландырыу ҡыярҙарҙың ауырыуҙарға һәм һауа температураһы үҙгәреүсәнлегенә бирешмәүсәнлеген нығыта. 10 литр һыуға 1 стакан эремсек һыуы йәки кефир кәрәк. Болғатып һиптерткескә ҡояһың да үҫемлектәргә һиптерәһең. Артып ҡалһа, уның менән томаттарҙы, боросто эшкәртергә мөмкин.