1-2 аш ҡалағы кипкән үләнде 1 стакан ҡайнар һыуға һалығыҙ. "Водяная баня"ла ҡапҡасын ябып, 15 минут бешерегеҙ. Унан 45 минут дауамында һыуытығыҙ. Һөҙөп алғандан һуң тәүге кимәленә еткәнсе ҡайнар һыу өҫтәп ҡойоғоҙ.
Әҙер төнәтмәне һалҡын урында ике тәүлек һаҡларға була.
Ошо төнәтмәне көн һайын 2-3 тапҡыр стакандың 1/2-1/3 өлөшөнә ҡойоп ашарҙан алда эсегеҙ. Ул һейҙерткес йәки бәүел ҡыуыу сараһы булараҡ ҡулланыла. Шунлыҡтан ул бауырҙа һәм бөйөрҙәге таштарҙы ваҡлай, һейҙек ҡыуығында таш барлыҡҡа килеүенә ҡамасаулай.
Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәше мотлаҡ.