Файҙалы кәңәш
6 Август 2023, 13:55

Йөрөргә, йөрөргә һәм йөрөргә!

...

Йөрөргә, йөрөргә һәм йөрөргә!Йөрөргә, йөрөргә һәм йөрөргә!
Йөрөргә, йөрөргә һәм йөрөргә!

Олоғайая барған һайын беҙ сәсебеҙ ағарыуына йә ҡойолоуына, йәки тиребеҙ сирышыуына һәм һалыныуына ҡурҡырға түгел, ә аяҡтарыбыҙ хәлһеҙләнеүенән ҡурҡырға тейешбеҙ.

Әгәр ҙә ике аҙна дауамына аяҡтарҙы ҡыбарлатмағанда, уларҙың көсө 10 йыл арауығындағы кеүек кәмейәсәк. Ғалимдар уҙғарған тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ололар булһынмы ул, әллә йәштәрме, әгәр ҙә аяҡтар ике аҙна ҡыбырламаһа, улар 20 - 30 йыллыҡ ҡартайған һымаҡ буласаҡтар. Аяҡтарҙың мускулы хәлһеҙләнгән һайын, уларҙы төҙәтеүгә ваҡыт күберәк кәрәк буласаҡ. Шуға күрә йәйәү йөрөү кеше организмы өсөн бик мөһим.

Кәүҙәнең бөтә ауырлығы, тимәк, йөкләнеш аяҡтарға төшә. Табандар кеше кәүҙәһен тотоп тороусы терәк, тип һанарға мөмкин.

Шуныһы ҡыҙыҡ, кешенең 50 процент һөйәктәре һәм 50 процент мускулдары нәҡ ике аяҡҡа тура килә. Кеше кәүҙәһенең иң ҙур һәм иң ныҡ беркеткестәре - быуындары ла аяҡтарҙа. "Ныҡ һөйәктәр, көслө мускулдар һәм һығылмалы быуындар кеше кәүҙәһенең ауырлығын "күтәреп йөрөтөүсе" иң кәрәкле "тимер өсмөйөш", тигәндәр. Үҙ ғүмерендә иң күп энергияны һәм хәрәкәтсәнлекте кеше нәҡ ике аяғы арҡылы башҡара.

Ике аяҡ кеше тәненең нерв күҙәнәктәренең, ҡан тамырҙарының һәм улар буйлап аҡҡан ҡандың 50-шәр процентын алып тора.

Аяҡтар һау булғанда ғына ҡан йөрөшө яҡшы була, шуға күрә көслө мускуллы аяҡлы кешеләрҙең йөрәктәре лә һауһаҡ була.

Ҡартайыу аяҡтарҙан башлана. Кеше ҡартайған һайын мейенән аяҡтарға тапшырылған инструкцияның теүәллеге һәм тиҙлеге кәмей.

Йәш олоғайған һайын "һөйәктәр өсөн тәғәйенләнгән кальций ашламаһы" кәмей барып, бөтөнләй бөтәүе ололарҙың һөйәктәре йыш һыныуға килтерә. Ололарҙа һөйәктәрҙең һыныуы үлемесле, мәҫәлән, ҡан мейеһе тромбозы ауырыуҙарына килтерергә мөмкин.

Янбаш һөйәге һынған оло йәштәге кешеләрҙең 15 проценты ҡазаланғандан һуң бер йыл дауамында вафат була икәнен белә инегеҙме?

Аяҡтарға күнекмәләр эшләү бер ҡасан да һуң түгел, хатта 60 йәштән һуң да.

Көнөнә кәмендә 30 - 40 минут йәйәү йөрөгөҙ. Был аяҡтарығыҙға етерлек кимәлдә күнекмәләр алһын һәм мускулдар һау булһын өсөн кәрәк.

Әйткәндәй, Аллаһ талап иткәнсә, мәсеттәрҙә 34 тапҡыр эйелеп, 5 тапҡыр намаҙ уҡыһағыҙ, йәғни 34 тапҡыр мотлаҡ булған эйелеү һәм 26 тапҡыр өҫтәмә эйелеү менән бөгөнгө заман медицинаһы һәм фән иҫбат иткәндәрҙең барыһын да аласаҡһығыҙ.

(“Киске Өфө”нән).

Читайте нас