

Алюмин кәстрүлгә 3 л һөт һалабыҙ. Һөт ташмаһын өсөн кәстрүлдең ситен майларға була. Шәкәр ҡомон шунда уҡ һалырға һәм шәкәре эрегәнсе яҡшылап болғатырға кәрәк.
Ҡайнап сыҡҡандан һуң, уртаса утта 1 сәғәт 15 минут самаһы ҡайнатырға. бик тәмле 1,5 литр ҡуйыртылған һөт килеп сыға.
Өҫтөндә пленка барлыҡҡа килмәһен өсөн ҡуйыртылған һөттө бик тиҙ һыуытырға кәрәк. Бының өсөн кәстрүлде һалҡын һыуға ултыртып, һөттө болғатып торорға була. Һыуынғас, 0,5 л банкаларға бүлеп һалабыҙ. Һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.