Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
4 Октябрь 2023, 16:45

Киләһе йыл мул уңыш алыу өсөн октябрҙә нимәләр эшләргә

Уңышҡа нигеҙ хәҙер һалына

Алма һәм грушаның һуң өлгөрә торған сорттарын октябрҙең 14-нә тиклем йыйырға була. Емештәрҙе ҡоро көндә йыйып, шунда уҡ йәшниктәргә тултырып, һалҡын урынға ҡуйығыҙ һәм һалҡындар төшөү менән ҡышҡылыҡҡа һаҡлау өсөн баҙға төшөрөгөҙ.

Емештәрҙе йыйып алғандан һуң, баҡсаны ҡоротҡостарҙан һаҡлау өсөн төрлө препараттар менән эшкәртеү яҡшы. Көҙ ағас һәм ҡыуаҡтар тамырҙарын нығыта, буйға үҫә.

Шуға ла көндәр ҡоро торғанда уларға һыу һибергә кәрәк. Баҡсаны органик йәки фосфор-калий ашламаһы менән туҡландырыу икенсе йыл уңышының нигеҙе булып тора. Баҡса еләгенең араларын ҡаҙып, тиреҫ йәки көл менән ашлағыҙ. Беренсе ҡырауҙан һуң виноград ҡыуағының йәшел япраҡтарын алып ташлап, ергә һалығыҙ. Һыуыҡтар ныҡлап төшкәс, виноград ҡыуағы муртыҡҡа әйләнә, һәм уларҙы ергә һалыу ҡыйынға төшәсәк.

Ай аҙағында ҡоро көндә ағастарҙы эзбиз иҙмәһе менән ағартып ҡуйығыҙ, был февраль – март айҙарында ағас олондарын ҡояштан һаҡлаясаҡ. Ҡыш кимереүселәрҙе йәлеп итеп ятмаһын өсөн, ҡойолған япраҡтарҙы, үләндәрҙе йыйып алырға кәрәк. Ай аҙағында кәрәкмәгән ботаҡтарҙы киҫеп ташлағыҙ.

Октябрь емеш ағастары һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртыу өсөн иң ҡулайлы мәл. Ҡара ҡарағат, крыжовник, ҡурай еләге, алма ултыртығыҙ, был айҙа яҙ ултыртыласаҡ ағастар өсөн соҡорҙар ҡаҙып ҡалдырыу дөрөҫ буласаҡ. Йәш үҫентене элекке ағас урынына ултыртырға ярамай, сөнки был урында тупраҡ ярлылана, зарарлы микроорганизмдар туплана. Яңы ағасты бындай урындан 1,5 м йыраҡлыҡта урынлаштыру яҡшыраҡ. Соҡорҙо етерлек кимәлдә тиреҫ йәки кәрәкле минераль ашламалар менән тултырығыҙ һәм уны яҙға тиклем шулай ҡалдырығыҙ.

Читайте нас: