"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
9 Октябрь 2023, 17:15

Һаулыҡ өсөн файҙалы ябай ғына ғәҙәт

Табип кәңәше

Һаулыҡ өсөн файҙалы ябай ғына ғәҙәт
Һаулыҡ өсөн файҙалы ябай ғына ғәҙәт

Терапевт һәм диетолог Елена Тихомирова иртәнсәк ас килеш бер-ике стакан һыу эсеүҙең файҙаһы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, һыу метаболик процестарҙы эшләтеп ебәрә һәм асығыуҙы баҫа, был һимеҙлекка ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Шулай уҡ һыу ашҡаҙан-эсәк юлы һәм һейҙек сығарыу системаһы эшмәкәрлеген яйға һала.

Табип белдереүенсә, ас ҡарынға эселгән һыу ҡан ҡуйырыуы, тимәк, тромбоз хәүефен кәметә. Өҫтәүенә шыйыҡ ҡан мейенең эшен яҡшырта.

Һыуҙы иртәнсәк кенә түгел, көнө буйына эсергә кәрәк, ти Тихомирова. Һыу шулай уҡ лимфалар системаһы эшен яҡшырта, бөйөрҙә таштар барлыҡҡа килеүен иҫкәртеү өсөн кәрәк.

Читайте нас: