Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
14 Октябрь 2023, 17:55

Һиндостанда туберкулезды дауалайҙар, япондар уны күп сирҙән файҙалана

Һиндостанда туберкулезды дауалайҙар, япондар уны күп сирҙән файҙалана

Ҡабаҡтың шифаһы күптән билдәле. Һиндостанда уның менән туберкулезды дауалайҙар, япондар уны күп сирҙән файҙалана. Беҙҙең ата-бабалар ҙа ҡабаҡты дарыу урынына ҡулланған.

Унда эсәктәр эшмәкәрлеген көйләүсе матдәләр бар. Эс ҡатҡанда ҡабаҡ – бик яҡшы сара. Бынан тыш, ул үт ҡыуығы эшмәкәрлеген көйләй, йыуан эсәктәге елһенеүҙе бөтөрә.

– Бөйөрөгөҙ ауыртһа, көн һайын ҡабаҡ һуты эсегеҙ. Уның һабағы ла бик файҙалы. 2 ҡалаҡ кипкән һабаҡтың өҫтөнә һыу ҡойоп, 3 сәғәт төнәтегеҙ. Һуңынан һөҙөп, иртәле-кисле ярты стакан эсегеҙ.

– Бөйөргә ҡабаҡ орлоғо төнәтмәһенең дә шифаһы ҙур: бер ҡалаҡ орлоҡҡа бер стакан һыу ҡойоп, сәй урынына эсегеҙ.

– Ҡабаҡ каротинға ла бай. Шуға окулистар күҙҙәре насар күргән кешеләргә ҡабаҡ һуты эсергә тәҡдим итә.

– Бал менән ҡабаҡ төнәтмәһе – йоҡлай алмай интеккәндә яҡшы сара. Ә сәскәһенең төнәтмәһе менән оҙаҡ төҙәлмәгән эренле яраларҙы сайҡарға мөмкин.

– Орлоғон күптәр көнбағыш урынына сиртергә ярата. Йыуан эсәктәге паразиттарҙан ҡотолоу өсөн яҡшы сара ул.

– Ҡабаҡ орлоғо токсикоз менән интегеүселәргә лә файҙалы. Ярты стакан орлоҡ күңел болғаныуынан ҡотолдорор.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас: