Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
16 Октябрь 2023, 11:45

Һуғанды көҙҙән ултыртабыҙ

Яҙ көнө былай ҙа эш күп, тип, ҡайһы бер баҡсасылар һуғанды көҙҙән үк ултыртып ҡалдырырға тырыша.Әгәр шундай ниәтегеҙ бар икән, әлеге кәңәштәр һеҙҙең өсөн файҙалы булыр.


1. Ваҡытты дөрөҫ билдәләү.
Һуғанды һарымһаҡҡа ҡарағанда һуңыраҡ, һауа температураһы 0, +1 градусҡа ҡәҙәр төшкәс ултырталар. Был ваҡытта тупраҡтағы йылылыҡ 5 градус тирәһе була. Һарымһаҡҡа ҡарағанда һуғандың тамырҙары ла, ҡыяҡтары ла бер үк ваҡытта үҫә башлай. Ныҡлап туңдырғансы һуған тамыр ебәреп өлгөрмәҫкә тейеш.
Һуғанды ҡасан ултыртырға, тигән һорауға бер кем дә теүәл генә яуап бирә алмаҫ. Ғәҙәттә, был 20 октябрь тирәләре. Ул көҙҙөң нисек килеүенә бәйле.

2. Ултыртыр алдыннан һуғандың башын киҫергә кәрәкмәй. Ул бик оҙон ҡалдырылған осраҡта ғына бер аҙ ҡыҫҡарталар. Был эште яҙ көнө генә, һуған тиҙерәк шытһын өсөн башҡаралар.

3. Тупраҡты ашлау. Һуған ултыраһы түтәлдәрҙе органик ашламалар менән ашламаҫҡа кәрәк. Һуған органиканы бик өнәп еткермәй. Ерҙе әҙерләгәндә фосфорлы һәм калийлы ашламалар һалынһа, һуғанға шул да етә. Ә инде тупраҡ бик тә ярлы булһа, түтәлде ҡаҙғанда тиреҫ һалып ашлай алаһығыҙ.
Көҙ ултыртылған һуғанға һыу һипмәйҙәр.

Фото: ya.ru

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: